Өфөгә ҡараған Нуғай ауылында яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә

Эштәр “Ғаилә” милли проектына ярашлы башҡарыла. Өс ҡатлы бина 20-25 баланан торған 11 төркөмгә иҫәпләнә. Баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов белдереүенсә, объектты 2027 йылдың аҙағына тиклем асыу ҡарала. Балалар баҡсаһын транспорт менән тәьмин итеү өсөн ике һыҙатлы юл төҙөү планлаштырыла. Әле уның проекты әҙерләнә. Быйыл Башҡортостанда 6 яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асыла. Уҡыусылар өсөн 6 мең 600 урын булдырыла.

Фото №1 - Өфөгә ҡараған Нуғай ауылында яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ