«Дала сазы» моң һөйөүселәрҙе йыйҙы. Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы амфитеатрында музыка проектының тәүге миҙгелен йомғаҡлау концерты үтте.
Финал концертта тамашасылар алдында Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев үҙенең «Ҡурайсы» этно-рок төркөмө менән сығыш яһаны. Улар башҡорт халҡының билдәле боронғо көйҙәрен дә, заманса репертуарҙы ла башҡарҙы. Халыҡ сәхнә оҫталарының һәр сығышын көслө алҡыштар менән оҙатты. «Һомай» ансамбле ҡыҙҙарының бейеүҙәрен иһә тамашаның биҙәге тип әйтергә мөмкин. Асыҡ һауалағы концерт ике сәғәткә яҡын дауам итте. Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев әйтеүенсә, тәбиғәт ҡосағында сығыш яһау сәхнә оҫталарына ижади үҫеш бирә, сөнки кеше ерҙән көс-ҡеүәт ала. Был донъя кимәлендә танылған күренеш.
Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы вәкилдәре әйтеүенсә, визит үҙәгенә туристар ағымы арта. Был шарттар тыуҙырылыу менән дә бәйле, «Турахан»да туристар өсөн ҡыҙыҡлы экспонаттар ҡуйылған, эксурсиялар ойошторола. «Хөсәйенбәк» кәшәнәһенә тиклем һуҡмаҡтар эшләнгән, быйыл улар тағы ла өҫтәп һалынған. Хәҙер биләмәне урап ҡарап сығырға мөмкин. Икенсенән, бында йылдың төрлө миҙгелендә лә тарихи-мәҙни ҡиммәттәребеҙҙе сағылыдырған бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс саралар ойошторола. «Дала сазы» халыҡ яратҡан һәм ағылып килгән проекттарҙың береһе.



