Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры билдәле рус яҙыусыһы Петр Ершовтың «Конек-горбунок» балеты ҡайтанан сәхнәләштерҙе. Һуңғы тапҡыр әҫәр бынан алты йыл элек ҡуйылған. Был юлы ижади коллектив тамашасы иғтибарына уны замансалаштырған вариатта тәҡдим итте.
Әҙерлек эштәре бер нисә ай дауамында бара. Сәхнә декорацияһына үҙгәрештәр индерелмәгән, бары тик костюмдар яңыртылған. Ҡуйыусы-рәссам 30-сы йылдарҙағы совет модаһы һәм урыҫ милли костюмы элементтарын берләштерергә тырышҡан. Һөҙөмтәлә әҫәр бөгөн көн бәйләнгән дә инде. Ҡайтанан сәхнәгә сығарылған әҫәргә тулыһынса тиерлек йәштәр йәлеп ителгән. Ике көнгә иҫәпләнгән тамашаға билеттар аҙна-ун көн эсендә һатылып бөткән. Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры тик июль урталарында ғына йәйге ялға китә.



