Күләмле сара хайуандарҙы яҡлауға арналған рок фестивале менән берлектә үтте. Сәхнә эргәһендә баш ҡала приюттарынан эт-бесәйҙәр килтерелгәйне. Теләүселәр йорт хайуандарын үҙҙәренә ҡарауға алды. Урында уҡ ветеринарҙар консультациялар бирҙе, вакцинация уҙғарылды. Билдәле булыуынса, «Хужа эҙләйем» мәрхәмәтлек сараһы ойошторолғандан алып өс йөҙҙән ашыу эт-бесәй үҙ хужаһын тапҡан, приюттарға 18 тоннанан ашыу ашамлыҡ йыйылған.



