Шулай уҡ ижади коллективтарҙың етәкселәренә награда тапшырҙы. Замандаштарыбыҙ юғары һөнәри оҫталыҡтары һәм Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашҡандары өсөн бүләкләнде. Фестивалдә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле Башҡортостан данын яҡланы. Коллектив Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһы нигеҙендә эшләп килә. Белем усағы педагогы Вәсил Баймырҙинға Башҡортостан башлығының Рәхмәт хаты бирелде. “Дарман” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Роберт Хәмиҙуллин, “Уралым” бейеү коллективы етәксеһе Рөстәм Ханнанов ошондай уҡ наградаға лайыҡ булды. Радий Хәбиров фольклориаданы юғары кимәлдә уҙғарған өсөн мәҙәниәт министрлығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтте.




