Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә шау-шыуҙы аҙна аҙағына тиклем бөтөрөү, бензинға ихтыяжды ҡаплау бурысын ҡуйҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, заводтарҙан заправкаларға яғыулыҡ ташыу бер ярым тапҡырға арттырылған, предприятиелар көсәйтелгән режимда эшләй.
Мәҫәлән, килешеүгә ярашлы, «Башнефть» компанияһы хәлде яйға һалыу өсөн үҙенә ҡарамаған, әммә ҡытлыҡ күҙәтелгән заправкаларға яғыулыҡ оҙатасаҡ. Ғәйеплеләрҙе эҙләргә түгел, ә логистиканы яйға һалыу һәм тотороҡлоҡто тәьмин итеү мөһим, тине Радий Хәбиров. Яғыулыҡтың хаҡын нигеҙһеҙ арттырған компаниялар ҙа тикшереләсәк. Уларҙың эшмәкәрлеге тейешле баһа аласаҡ, тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан башлығы.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Александр Шельдяев һүҙҙәренсә, бөгөнгә сират кәмегән. Яғыулыҡ менән тәьмин итеүгә бәйле проблеманы аҙна аҙағына тиклем хәл итеү планлаштырыла. Ҡытлыҡ булдырмау өсөн бензинды канистрҙарға ҡойоп һатыу тыйылған. Радий Хәбиров район һәм ҡала башлыҡтарына был ҡарарҙың үтәлешен шәхсән контролдә тоторға ҡушты. Өфө заправкаларында яғыулыҡ менән бәйле хәлде ҡаланың йәмәғәт именлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре күҙәтә. Водителдәр ҙә алдағы көндәр менән сағыштырғанда, сираттың кәмеүен билдәләй.



