Башҡортостан ғалимдары башҡортса яһалма зиһенде үҫтерә

Ул башҡортса текстар яҙа, тәржемә итә, һүрәт төшөрә.. Әммә күҙгә күренмәгән аң был эштәрҙе дөрөҫ һәм теүәл башҡарһын өсөн уның үҙенә ярҙам кәрәк. Һүҙебеҙ яһалма зиһен тураһында. Тормошобоҙға яңы килеп ингән был мәғлүмәт технологияһын камиллаштырыуҙаҡатнашыусы ғалимдар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева аралашты.

Яһалма зиһен башҡортса сифатлы эшләһен өсөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдары ғилми хеҙмәттәрен һанлаштрыу менән мәшғүл. Сығарылыш курс студенттарының диплом эштәре лә индереләсәк.

Юғары уҡыу йортонда башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙә һанлы технологиялар дисциплинаһында студенттар яһалма зиһен буйынса белемен камиллаштыра. Был йәһәттә педагогтарға вуз курстар ҙа ойоштора.

Башҡортса яһалма зиһен һүрәт тә төшөрә белә. Быны Вадим Толомбаев башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның әҫәре миҫалында тикшереп ҡараған.

Ул тәржемә эшендә ҙур ярҙамсы, ти Айтуған Ҡоланшин. Мәҫәлән, иҫке төрки теленән тәржемә иткәндә төрлө телдәрҙән- ҡаҙаҡсамы, үзбәксәме- алынған һүҙҙәрҙе яһалма зиһен тиҙ генә табып тәржемә итә. Башҡортса сығыштар өсөн дә уны ҡулланырға була. Әммә, яһалма зиһен әлегә йәш, һәм уның эшләгән эштәре лә хаталарһыҙ түгел. Уны шымартыу, киләсәк өсөн белемлерәк итеү ҙә үҙебеҙҙең ҡулда.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ