Башҡортостандың халыҡ артисы Фәниә Хәлитова-Сөләймәнова вафат булды

Башҡортостандың халыҡ артисы, радио ветераны Фәниә Хәлитова-Сөләймәнова арабыҙҙан китте. Фәниә Байгилде ҡыҙы Мәләүез районы Һыртлан ауылынан. Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм музыка мәктәбендә эшләгәндән һуң 1971 йылда «Башҡортостан» телерадиокомпанияһына күсә. Төрлө йылдарҙа мөхәррир, өлкән мөхәррир, комментатор булып эшләй, күп тапшырыуҙар авторы, фонд туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Бөгөн төнгө сәғәт 12-се яртыла БСТ каналында Фәниә Хәлитова-Сөләймәнова тураһында «Автограф» тапшырыуы күрһәтелә. Мәрхүмә менән хушлашыу иртәгә Мәләүез районы Һыртлан ауылында иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ