Башҡортостанда хеҙмәт йәрминкәһе ике меңдән ашыу кешегә эш табырға ярҙам итте

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй хеҙмәт йәрминкәһендә ике меңдән ашыу кеше эш тапҡан, 650 кеше алдан килешеү төҙөгән. Республика ҡала-райондарында уҙған йәрминкәләрҙә һөнәри йүнәлеш биргән уйындар, үҙ эшен асырға теләүселәр өсөн консультациялар ойошторолдо. Йәрминкәлә меңдән ашыу эш биреүсе ҡатнашты, улар 17 меңдән ашыу вакансия тәҡдим итте. Был тәңгәлдә махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүгә айырыуса иғтибар бүленә.

Йәрминкәлә беҙ ойошмаларға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға сертификаттар тапшырҙыҡ. Предприятиеларға ул хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу, ә хәрбиҙәргә тыуған яғына ҡайтып, теләгән һөнәрен үҙләштереү мөмкинлеге бирә. Суммаһы 50 мең һум, республикала проект күптән тормошҡа ашырыла.

Ольга Кабанова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ