Салауат Башҡорт дәүләт драма театры 93-сө ижад миҙгелен ҙур премьера менән япты

30 йылдан һуң театр коллективы йәнә Әнғәм Атнабаевтың киң билдәле «Игеҙәктәр» комедияһын сәхнәләштерҙе. Был юлы пьеса замансалаштырылып Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илдар Вәлиев тарафынан ҡуйылған. Тамашасы премьераны бик йылы ҡабул итте, артистарҙы аяғүрә баҫып алҡышланы. Йола буйынса ижад миҙгелен ябыу тантанаһында йыл уңыштары барланды. Салауат ҡалаһы хакимиәте, йәмәғәт ойошмаһы наградаларынан тыш, «Иң яҡшы актер» премияһының быйылғы лауреаты ла билдәләнде. Абруйлы исемгә был юлы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Фазылов лайыҡ булды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ