“Ватанды һаҡлаусылар” Дәүләт фондының республика филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, техник реабилитация саралары яугирҙарға әүҙем тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә, эшләргә һәм хеҙмәттәрен дауам итергә ярҙам итә. Фонд хоҡуҡи ярҙамға ҙур иғтибар бүлә. Алыҫ биләмәләрҙә йәшәүселәр өсөн “Юридик десант” ойошторола. Спорт социаль адаптацияның төп йүнәлештәре иҫәбендә ҡала. Адаптив төрҙәр менән әле 500-гә яҡын ветеран шөғөлләнә. 2025 йылда республикала улар ҡатнашлығында 900-ҙән ашыу ярыш һәм спорт акциялары ойошторолған.




