Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ районында яңы завод төҙөлөшөнә старт бирҙе

Башкортостан башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ районындағы «Алға» айырым иҡтисади зонаһы биләмәһендә автоклав газ-бетон һәм ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү буйынса завод төҙөлөшөнә старт биреүҙә ҡатнашты. Проект буйынса бер йылдан һуң бында тәүге продукция етештерелә башлай. Дөйөм инвестициялар күләме 3 млрд 700 млн һум тәшкил итә, шул иҫәптән займ да файҙаланыла. Муниципалитетҡа эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе урындағы эшҡыуарҙар менән дә осрашып, тармаҡ үҫешенә бәйле көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. Шулай уҡ урында яңы туристик объект эшмәкәрлеге лә ҡаралды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

«Алға» айырым иҡтисади биләмәһендә республика, ил төҙөлөш тармағы өсөн тәүгеләрҙән булып арматуралы газ-бетон етештерелә башлаясаҡ. Киләһе йыл бында юғары технологиялы производство асыу планлаштырылған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров проект өҫтөндә эшләгән компания етәкселеге менән бергә Стәрлетамаҡ районының иҡтисади үҫеше өсөн мөһим ваҡиғала-завод төҙөлөшө башланыуға бәйле Ваҡыт капсулаһы һалыуҙа ҡатнашты. Башланғыс былтыр төбәктең инвестиция комитеты тарафынан «Инвестиция сәғәте»ндә хупланғайны.

Проектҡа ярашлы, буласаҡ предприятиела йылына 400 мең кубометр газ-бетон етештереү ҡаралған. Был күләмде ике миллион ярым квадрат метр торлаҡ һәм социаль объект төҙөлөшө менән сағыштырып була. Төбәк етәксеһе инвесторҙың тамырҙары Стәрлетамаҡ менән бәйле булыуын билдәләне. Идара итеү тәжрибәһе лә бай. Тыуған яҡта бизнес үҫтереү ҡарары-яҡшы күренеш.

Стәрлетамаҡ районы сәнәғәт күрһәткестәре буйынса ла республикала алдынғылар иҫәбендә. Юл буйы сервисында ғына 80-дән ашыу объект иҫәпләнә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров район эшҡыуарҙары менән осрашып, ябай булмаған осорҙа муниципалитеттың тотороҡло үҫешен билдәләне, ауыл хужалығында ла, иҡтисадта ла яҡшы күрһәткестәргә ирешелгән. Муниципалитет инвесторҙар йәлеп итеүҙә лә һөҙөмтәле эшләй.

Былтыр Башҡортостанға туристар ағымы 8,2 процентҡа артып, 2 млн 400 мең сәфәргә етте. Шулай ҙа үҫеш өсөн мөмкинлектәр ҙур. Осрашыуҙа ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын, туризм инфраструктураһын нығытыу мөһимлеге билдәләнде. Был да иҡтисадтың бер өлөшө. Ҡымыҙ, башҡорт балы, йылғаларҙа һалда йөҙөү менән генә сикләнергә кәрәкмәй.

Бизнес-берләшмә менән осрашыу Стәрлетамак районындағы ял базаһында ойошторолдо. Ағиҙел йылғаһы ярындағы объект Торатауҙан бер саҡрым алыҫлыҡта ғына урынлашҡан. Инвестор модулле йорттар төҙөгән, һәр ҡайһыһынан шиханға күренеш асыла. Бында ғаилә ялы өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған

Өҫтәмә инвестициялар ҙа йүнәлтеләсәк. Алдағы өс йылға үҫеш планы билдәләнгән. Йыл әйләнәһенә эшләйәсәк бассейн, тағы ла 11 йорт, амфитеатр һәм ресторан комплексы барлыҡҡа килергә тейеш. Күләмле проектты тормошҡа ашырыуҙа район хакимиәте лә ярҙам күрһәткән, грант ярҙамы алынған.

Торатауға һуҡмаҡ һалыныуы, визит-үҙәк сафҡа индерелеүе лә туристар ағымын арттырыуға булышлыҡ иткән. Башҡортостанда ваҡиғалар туризмы ла үҫешә. Июлдә республикала тәүге тапҡыр «Баҡыр» фестивале ойоштороласаҡ. Ике тарихи майҙансыҡ-Ишембай районының Верхотор ауылы менән Мәләүез районының Воскресенское ауылдарында үтәсәк сара бихисап туристик объекттарҙы һәм маршруттарҙы берләштерәсәк. Стәрлетамаҡ районы был йәһәттән яҡын урынлашҡан муниципалитетарҙың береһе

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ