Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө фестивале үтәсәк

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә барыһын да 8 июлдә Бөрөлә үтәсәк Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған фестивалгә саҡырған. Был байрам ғаилә ҡиммәттәрен хөрмәт иткән, халыҡ мәҙәниәтен яратҡандар өсөн ойошторола тип билдәләгән ул үҙенең яҙмаһында.

Байрам көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Ленин исемендәге скверҙа интерактив майҙансыҡтар, рәссамдар аллеяһы, фотозоналар һәм ижади оҫтаханалар эшләһә, Октябрьский майҙанында һөнәрселәр йәрминкәһе, гастрономик фестиваль, күргәҙмәләр, уйындар, ғаилә квестары, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Сағыу милли ихаталар тамашасыларҙы үҙ мәҙәниәте менән таныштырасаҡ. Бынан тыш, байрамда яңы өйләнешкән йәш парҙарҙы тәбрикләү ҙә ҡаралған. Ғаиләләр парады һәм Ҙур ғаилә хороводы ойошторола. Ә киске сәғәт 7-лә байрам ҡунаҡтарын Әлиә менән Ришат Төхвәтуллиндар, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Наҙгөл Отузова һәм башҡаларҙың ҙур концерты көтә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ