Республиканың иң яҡшы табип-неонатологы Өфөнөң ҡала клиник перинаталь үҙәгендә эшләй

Алһыу Хамматшина һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 32-се йыл хеҙмәт итә. Ошо ваҡыт эсендә ул ваҡытынан алда тыуған меңдәрсә балаға ярҙам күрһәткән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Алһыу Хамматшина алсаҡлығы, ихласлығы менән коллегалары араһында ғына түгел, бала табыу йортона икенсегә-өсөнсөгә килгән әсәләрҙә лә ул һоҡланыу уята. 30 йылдан ашыу эшләү осоронда уның ҡулы аша меңдәрсә бала үтә.

Алһыу Хамматшина кеүек неонатология өлкәһен үҙләштерергә теләгән йәштәр бар, тик бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға ла был төр һөнәр вәкилдәренә ҡытлыҡ күҙәтелә. Белгестәр әлеге Өфөнөң ҡала клиник перинаталь үҙәгендә, йә иһә 3-сө бала табыу йортонда әҙерләнә.

Етлекмәй йә ауыр шарттарҙа тыуған сабыйҙар бала табыу йортоноң неонатология бүлегенә эләгә. Әсә ҡарынынан сыҡҡас та баланың ғүмере неонатолог ҡулында тиһәң дә яңылыш түгел, сөнки тап ул организмға ниндәй ярҙам кәрәклеген билдәләй.

Бала тыуғас 28 көндән һуң ғына донъяға яраҡлаша, уның үҙ иммунитеты формалаша башлай. Ошо ваҡыт эсендә уның һаулығы нәзәкәтле тәрбиә талап итә. Сабыйҙың сәләмәтлегендәге тайпылыштар был яуаплылыҡты икеләтә арттыра.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ