Урып-йыйыу кампанияһы ваҡытында был өҫтөнлөклө йүнәлеш һанала. Премьер-министр урынбаҫары, яғыулыҡ менән бәйле хәлде контролдә тотоу буйынса республика штабы етәксеһе Александр Шельдяев ошо турала белдерҙе. Ул хәл тотороҡланғанға тиклем, халыҡты бензинда эшләгән триммер, мотоблоктарҙы ҡулланмаҫҡа саҡырҙы.
Башҡортостанда бензин мәсьәләһен аҙна аҙағына тиклем хәл итеү ҡарала.




