Өфө Хоҡуҡ институтына Константин Толкачев исеме бирелә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров дәүләт эшмәкәре, күп йылдар республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе вазифаһын башҡарған шәхестең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Яңауыл районының “Йәшлек” спорт мәктәбе шулай уҡ Константин Борисовичтың исемен йөрөтәсәк.  Өфөлә Дәүләт Йыйылышы бинаһы янында республика парламентының элекке рәйесенә һәйкәл ҡуйыла. Ҡаланың Көньяҡ зыяратында мемориаль комплекс барлыҡҡа килә. Өфө урамдарының береһенә Константин Толкачев исемен биреү тәҡдиме индерелә. Дәүләт Йыйылышы бинаһына һәм сәйәсмән йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ урынлаштырыла.  Толкачев уҡыуҙарын ойоштороу, фильм төшөрөү, ғилми хеҙмәттәр йыйынтығын баҫтырыу ҡарала. Толкачев исемендәге премия булдырыла.

Фото №1 - Өфө  Хоҡуҡ институтына Константин Толкачев исеме бирелә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ