Салауатта йәш медицина белгестәренә диплом тапшырылды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында урындағы медицина колледжын тамамлаусыларға диплом тапшырыу тантанаһында ҡатнашты. Быйыл урта махсус уҡыу йорто 255 белгес сығара, уларҙың күбеһе республика дауаханаларына эшкә юлланасаҡ. Һуңғы биш йылда һөнәр буйынса эшкә урынлашыу күрһәткесе 80 проценттан да кәм түгел. Шулай уҡ диплом алған белгестәр араһында юғары уҡыу йортонда уҡыуын дауам итеүселәр ҙә бар. Төбәк етәксеһе йәштәргә ҡотлау һүҙҙәре әйтеп, уңыштар теләне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ