Һүҙ 3,5 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы йөк транспорты тураһында бара, автобустар һәм махсус машиналар был исемлеккә инмәй. Эксперттар Затон яғына ҙур йөр машиналары өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса ябырға тәҡдим итә.
Иҫке күпер авария хәлендә. Бында ун тоннанан ашыу ауырлыҡтағы йөк машиналары өсөн хәрәкәт ике йыл элек тыйылған. Республика етәксеһе Затон күперен төҙөкләндереү буйынса проектты һәм төҙөлөш эштәрен тиҙләтергә ҡушты.
Шул уҡ ваҡытта М-7 федераль трассаһы яғынан баш ҡалаға инеүҙә бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Ә бына Дим күперендә ҙур йөк машиналарына ике яҡҡа ла хәрәкәт итеү тыйыла. Шуға күрә водителдәргә баш ҡаланың Дим районына М-5 аша инергә кәңәш ителә, Ә Затонға шул уҡ юлдан Һәм Миловка шоссеһы йүнәлешендә инергә мөмкин.



