Өфө юридик институтына Константин Толкачев исеме бирелә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров күренекле дәүләт эшмәкәре, республика Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың элекке рәйесе иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Константин Толкачевтың исеме Яңауыл районының «Йәшлек» спорт мәктәбенә лә биреләсәк. Шулай уҡ Өфөлә парламент бинаһы янында һәйкәл, көньяҡ зыяратта мемориаль комплекс ҡуйыу, баш ҡала урамдарының береһенә Константин Толкачевтың исемен биреү планлаштырыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ