Өфөнән 150-нән ашыу егет Алыҫ Көнсығышҡа юлланды

Улар Хабаровск, Биробиджан, Благовещен һәм башҡа ҡалаларҙағы Ҡоро ер ғәскәрҙәренә хеҙмәт итәсәк. Билдәләнгән урынға улар поезда яҡынса бер аҙнанан барып етәсәк.

Ватан һаҡсыларын оҙатыу тантанаһына хәрби комиссариат, руханиҙар, Башҡортостан хөкүмәте вәкилдәре һәм яҡын туғандары килде. Сығыш яһаусылар армияла хеҙмәт итеү һәр кемдең тормошонда мөһим этаптарҙың береһе булыуын билдәләне. Әрме сафы-ул яҡшы тормош мәктәбе, унда егеттәр рухи һәм физик яҡтан нығына, ысын дуҫтар таба.

Кисектергеһеҙ хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың сәләмәтлегенә һәр ваҡыттағыса етди иғтибар бирелгән.

Араларында төрлө спорт төрҙәре буйынса разрядтары булыусылар, ГТО нормативтарын уңышлы тапшырыусылар күп. Бөтәһе лә Өфө райоының «Патриот» паркында 5 көнлөк хәрби уҡыуҙар үткән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ