Өфөләге төҙөлөштәге фажиғә буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

Өфөлә эшселәр менән күтәртеү ҡоролмаһының 6-сы ҡаттан ҡолап төшөү осрағы буйынса енәйәт эше ҡуғатылған. Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн Затон биҫтәһендәге төҙөлөш майҙансығында теркәлгән. Ирҙәрҙең береһе урында уҡ һәләк була, икенсеһенең дауаханаға алып барғанда ғүмере өҙөлә. Ваҡиға урынында оператив-тикшереү төркөм эшләй. Тәфтиш комитеты хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу статьяһы буйынса тикшереү башлаған. Экспертизалар тәғәйенләнгән, хеҙмәтте һаҡлау менән бәйле документация өйрәнелә һәм ғәйепле кешеләр асыҡлана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошондай уҡ осраҡ ике йыл элек Менделеев урамындағы торлаҡ комплексында ла теркәлде. Ул ваҡытта өс кеше үлемесле яраланды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ