Башҡортостан мәктәптәрендә яңы уҡыу йылынан өҫтәмә дәрес индерелә

«Рәсәйҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәте» тип исемләнгән предмет икенсе ярты йылллыҡтан уҡытыла башлай. Был турала Рәсәйҙең мәғариф министры илдең мәғлүмәт агентлыҡтарының береһенә биргән интервьюһында белдерҙе. Сергей Кравцов әйтеүенсә, яңылыҡ этап буйынса тормошҡа ашырылыр тип көтөлә.

Быйылғы уҡыу йылында 5 класс уҡыусыларына 17 сәғәтлек дәрес бүленһә, киләһе йылдан 6-сы һәм 7-се кластар үҙләштерәсәк. Йәмғеһе 34 сәғәт ҡаралған. Ә иһә 2028-2029 уҡыу йылында 9-сы класҡа тиклем дәрестәр теҙмәһенә индереү ҡаралған. Яңы предмет уҡыусыларҙа Рәсәйҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре нигеҙендә донъяға ҡараш формалаштырырға тейеш. Уҡыусылар күренекле ватандаштарыбыҙҙың-дәүләт, йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, ғалимдар, хәрбиҙәрҙең, шулай уҡ махсус хәрби операция геройҙарының биографияһы менән танышасаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ