Хәйбулла районы Степной ауылында юбиляр ғаиләләр тәбрикләнде

Ярты быуат мөхәббәттә, тоғролоҡта һәм бер-береңә ихтирамда. Хәйбулла районы Степной ауылында юбиляр ғаиләләр тәбрикләнде. «Хеҙмәтенә күрә-хөрмәте» бренд проекты сиктәрендә ойошторолған сараға алтын туйҙарын билдәләгән парҙар саҡырылды. Бөтә ауыл өсөн өлгө булып торған Әбйәлиловтар, Юртаевтар һәм Ишемғоловтарҙы район хакимиәте вәкилдәре ҡотланы. Юбилярҙарҙың балалары ла изге теләктәрен еткерҙе. Сәхнәлә бейеү һәм халыҡ йырҙары яңғыраны, ә сара ҙур өҫтәл артында дуҫтарса сәй эсеү менән тамамланды. Унда ҡунаҡтар ғаилә бәхете серҙәре менән уртаҡлашты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ