Был көндә локаль бәрелештәрҙә һәләк булған һалдаттарҙы иҫкә алалар. Дата 2009 йылдан үткәрелеп килә. Республика райондары һәм ҡалаларында төрлө саралар ойошторола.
Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә психологик ярҙам күрһәтелә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу мөһим. “Һәр хәрби өсөн айырым реабилитация программаһы төҙөлә”, - тип белдерҙе Хәрби хәрәкәттәр инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан парламенты депутаты Әлфит Ниғмәтйәнов.




