Радий Хәбиров Салауаттың үҫеш йүнәлештәрен билдәләне

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында урындағы йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүгә иғтибар артасағын билдәләне. Йәмәғәт фекере лидерҙары менән осрашыу ҙа ойоштороп, тәү сиратта, хәл ителергә тейешле мөһим бурыстарҙы атаны. Ҡалала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам ойоштороу буйынса шарттар ҙа булдырыла. Яңы үҙәктә БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

«Ватан геройҙары»н берләштереүсе уңайлы майҙансыҡ. Июндә Салауат ҡалаһында хәрби бәрелештәр ветерандары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге асылғайны. Бағыусы компания һәм муниципаль бюджет ярҙамы менән Ленин урамындағы бинала капиталь ремонт ойошторолоп, мебель һәм тейешле ҡорамалдар һатып алына. Алғы һыҙыҡтан ҡайтыусылар менән бөгөн өс координатор эшләй, яугирҙарҙан килгән һәр мөрәжәғәт иғтибар үҙәгендә. Республика башлығы Радий Хәбиров яңы үҙәктәге эш шарттарын ҡарап, белгестәр менән аралашты.

Конференц зал, психолог һәм юрист кабинеттары, ял бүлмәһе-бинаның дөйөм майҙаны өс йөҙ квадрат метрҙан ашыу. Бында шулай уҡ махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы ярҙамында музей ҙа ойошторолған.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам республика, тотош ил өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш. Радий Хәбиров Салауат ҡалаһының йәмәғәт фекере лидерҙары менән осрашыуҙа ла йәнә бер тапҡыр «Барыһы ла еңеү өсөн» эшләнеүен, алғы һыҙҡтағыларға терәк булыу мөһимлеген билдәләне.

Осрашыуҙа Салауат ҡалаһында йәшәүселәрҙе борсоған көнүҙәк мәсьәләр билдәләнеп, уларҙы эҙмә-эҙлекле хәл итеү бурысы ҡуйылды.

Йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирә. Ике йыл элек Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү һөҙөмтәһендә Ленин исемендәге майҙан менән Беренсе Май урамындағы аллея тәртипкә килтерелгәйне. Алда тағы ла ҙур эштәр көтөлә.

Дзержинский аллеяһын ғына алайыҡ, төҙөлөш эштәре киләһе йыл тамамланырға тейеш.

Ҡала үҙәгенә илткән аллея тарихи йөҙөн һаҡлап, заманса төҫ аласаҡ, күпкә уңайлыраҡ буласаҡ. Төп иғтибар йәшелләндереү эштәренә йүнәлтелә, булған ағастар һаҡлап ҡалына, уларға өҫтәп ҡыуаҡлыҡтар һәм күп йыллыҡ үҫемлектәр ултырыу ҡаралған. Ял урындары, эскәмйә, урналар барлыҡҡа киләсәк. Проект буйынса Автовокзал яғынан декоратив арка ла ҡуйыла.

«Нефтехимик» мәҙәниәт йорто биләмәһендәге сквер ҙа төҙөкләндерелеп, коллонада урынлаштырыласаҡ. Мәҙәниәт учреждениеһына килгәндә, бөгөн унда тантаналы сара үтте. Салауат медицина колледжын тамамлаусылар диплом алды. Быйыл урта махсус уҡыу йорто 255 белгес сығара, уларҙың күбеһе республика дауаханаларына эшкә юлланасаҡ.

Һуңғы биш йылда һөнәр буйынса эшкә урынлашыу күрһәткесе 80 проценттан да түбән түгел. Шулай уҡ диплом алған белгестәр араһында юғары уҡыу йортонда уҡыуын дауам итеүселәр ҙә бар. Төбәк етәксеһе йәштәрҙең шатлығын уртаҡлашып, уңыштар теләне. Колледж коллективына һәм ата-әсәләргә рәхмәтен әйтте

Салауат медицина колледжына 1955 йылда нигеҙ һалынған. Ошо ваҡыт эсендә уны ун ике меңгә яҡын кеше тамамланған. Уларҙың күп өлөшө бөгөн республика медицина учреждениеларында эшләй, халыҡ сәләмәтлеге һағында тора. Радий Хәбиров тантаналы көндә яҡын туғанының янында булыуын да билдәләне.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ