Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко Өфөлә үткән 3-сө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ойоштороу кимәлен юғары баһалаған. Был турала социаль селтәрҙә Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте.
Сенатор Федерация Советының бөгөнгө пленар ултырышында ҡатнашыусыларҙы балалар форумы йомғаҡтары менән таныштырып, фольклориада тураһында ролик тәҡдим иткән. Мәғлүм булыуынса, фольклориада көндәрендә Башҡортостан илебеҙҙең 80-гә яҡын төбәгенән килгән меңдән ашыу бала, 85 ижади коллективты бер майҙанға тупланы. Валентина Матвиенко белдереүенсә, фольклориаданың Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында үтеүе лә сараның абруйын бермә-бер арттырҙы, инде өсөнсө тапҡыр уҙғарылған мәҙәни байрамдың традицион ваҡиғаға әйләнеүенә ышаныс уятты. Федерация Советы рәйесе Башҡортостан башлығына һәм фестивалде ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.



