Өфөнөң 5-се лицейында капиталь ремонт 80 процентҡа теүәлләнгән

ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты буйынса төҙөкләндерелә. Бөгөн эш барышы менән дәүләт һәм йәмәғәт вәкилдәре яҡындан танышты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Капиталь ремонт 5-се лицейҙың бөтә участкаларында алып барыла. Эшселәр уҡыу бүлмәләрен төҙөкләндереү эштәрен тулыһынса тиерлек тамамлаған. Диуарҙар яңыртылған, иҙән-ишектәр алмаштырылған.

Күләмле төҙөкләндереү эштәре федераль проект сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Дәүләт, республика һәм ҡала ҡаҙнаһынан йәмғеһе 96 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән. Эш барышы менән дәүләт һәм йәмәғәт ағзалары ла танышты. Улар мәктәптә ремонт сараларының үтәлешен ҡарап, педагогик коллективтан киләсәк маҡсаттар менән дә ҡыҙыҡһынды.

Капиталь ремонт эштәре менән шулай уҡ «Беренселәр хәрәкәте» ағзалары ла яҡындан танышты. Уларға бөгөн «Муниципалитет етәкселеге менән бер көн» тип исемләнгән акция сиктәрендә баш ҡаланың төрлө урындарына сығырға тура килгән.

Әйткәндәй, 5-се лицейҙы быйыл 107 уҡыусы тамамлаған. Уларҙың 17-һе алтын, 16-ы көмөш миҙал алыуға өлгәшкән. Яңыртылғандан һуң асыласаҡ белем усағы уҡыусыларҙы тағы ла ҡанатландыра, өмөт уята. Сөнки, лицей танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Капиталь ремонт августа тамамланыр тип көтөлә.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ