Был турала Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова хәбәр итте. Нөгөш ауылынан Сергей Цыпышев 2022 йылдан махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Яугирға ошо көндәрҙә хәрби әҙерлектәге уңыштары, намыҫлы хеҙмәте өсөн 5-се гвардия дөйөм ғәскәр армияһы командованиеһынан маҡтау грамотаһы ла тапшырыла.




