Өфөнән 150-нән ашыу егет Алыҫ Көнсығышҡа әрме хеҙмәтенә юлланды

Уларҙы Хабаровск, Биробиджан, Благовещен һәм башҡа ҡалаларҙағы Ҡоро ер ғәскәрҙәрендә көтәләр. Ватан һаҡсыларын оҙатыу тантанаһында хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан хөкүмәте вәкилдәре һәм буласаҡ һалдаттарҙың яҡындары ҡатнашты. “Армияла хеҙмәт итеү һәр егеттең бурысы”, - ти Тимур Ғәйфуллин.

Өфөнән 150-нән ашыу егет Алыҫ Көнсығышҡа әрме хеҙмәтенә юлланды

Хәрби хеҙмәткә юлланған ир-егеттәр араһында спорт төрҙәре буйынса разряд алыусылар, ГТО нормативтарын уңышлы тапшырыусылар күп. Бөтәһе лә “Патриот” паркында хәрби уҡыуҙар үткән. Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов әйтеүенсә, республика егеттәре армияла һәр саҡ лайыҡлы хеҙмәт итә.

Өфөнән 150-нән ашыу егет Алыҫ Көнсығышҡа әрме хеҙмәтенә юлланды
Фото №1 - Өфөнән 150-нән ашыу егет Алыҫ Көнсығышҡа әрме хеҙмәтенә юлланды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ