Улар Ҡораллы көстәр сафына алына, пилотһыҙ осоу аппараты операторы булараҡ хеҙмәт итә. Республика башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов:
Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләгәндәр “Защитник” үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала. 122 телефоны буйынса хәрби хеҙмәт тураһында тулыраҡ белешмә алырға мөмкин. Башҡортостанда яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу төр ярҙам ҡаралған.




