Сибайҙан махсус операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау

Яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһендә үҙ бурыстарын үтәгән мәлдә, тылда ла мөһим эш дауам итә. Сибай ҡалаһында йәшәүселәр хәрбиҙәргә ярҙам итеү өсөн көн һайын гуманитар ярҙам йыйыу, маскировка селтәрҙәре үреү, аҙыҡ-түлек әҙерләүҙә ҡатнаша-ҡыҫҡаһы, яугирҙар тыуған яҡ йылыһын тойһон өсөн барыһын да эшләй. Күптән түгел яугирҙар янына сираттағы гуманитар ярҙам менән Әсәләр советы вәкилдәрое юлланған. Улар яҡташтарға медикаменттар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар еткергән. Сибайға улар үҙенсәлекле бүләк-яугирҙар ҡултамғалары ҡуйылған башҡорт флагы менән ҡайтҡан. Ҡәҙерле бүләкте Сибай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырырға ҡарар ителгән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ