24 йыл элек Германия күгендә диспетчерҙың хатаһы һөҙөмтәһендә «Башҡортостан һауа юлдары» пассажир самолеты йөк лайнеры менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә 71 кеше һәләк була, уларҙың 52-һе-балалар. Фажиғә ҡорбандарының күбеһе, шул иҫәптән Ту-154 экипажы Өфөнөң көньяҡ зыяратында ерләнгән. Фажиғә көнөндә әруахтар йортонда матәм митингыһы үтте. Рейс бортындағы уҡыусылар Рәсәй һәм республика олимпиадалары еңеүселәре, уҡыу алдынғылары була. Тап шуның өсөн балалар йәйге каникул осоронда Барселонаға юллама менән бүләкләнә. Йылдар үтһә лә күңел яралары уңалмай, ти ата-әсәләр.



