Баймаҡ районында «Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк-2026» акцияһына старт бирелде

Күсмә проекттың беренсе туҡталышы Түбә ауылында булды. Төп бурыс-алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәрҙе заманса һәм сифатлы медицина менән тәьмин итеү.

Ауыл халҡы өсөн район үҙәгенә бармайынса, алдан табипҡа яҙылмайынса, сират буйынса тикшереү үтергә һәм табиптар менән кәңәшләшергә уңайлы мөмкинлек булдырылды. Консультацияларҙа төрлө профилле белгестәргә күренә ала.

Урында халыҡ йөрәк тикшертте, маммография үтте һәм кәрәкле анализдар тапшырҙы. Бәләкәй пациенттар өсөн дә айырым табип ҡабул итеүе ойошторолдо.

«Һаулыҡ автопоезы» ауыл халҡы тар белгестәр менән кәңәшләшеп кенә ҡалманы, бер үк ваҡытта диспансеризация сараһын, ультра тауыш диагностикаһы процедураларын үтте. Көнөнә табиптар кәмендә 30 кешене ҡабул итәсәк. Әйтергә кәрәк, мобиль комплекс Баймаҡ районының төрлө ауылдарында 28 июлгә тиклем эшләйәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ