Вуздың ғилми советы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына программаның хаҡынан 10 процент ташлама ҡаралған. Ректор вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов билдәләүенсә, академия илдә ошондай ярҙам сараһы ҡабул ителгән тәүге юғары уҡыу йорто. “Бөгөн бакалавриатта 71 махсус хәрби операция яугире, 33 хәрби хеҙмәткәрҙең балаһы һәм 12 яугир ҡатыны белем ала. Магистратурала 59 яугир һәм ғаиләләрҙең ун ағзаһы уҡый. Май айында Рәсәй Геройы Вәсил Ямалетдинов дәүләт һәм муниципаль идара итеү һәм иҡтисад факультеты бакалавриатына күсте”, – тине Азат Бадранов.




