Өфөлә контроль-иҫәп палаталары конференцияһы үтә

Волга буйы федераль округы субъекттарының контроль-иҫәп палатаһы рәйестәре Өфөгә конференцияға йыйылды. Сара превентив функцияны тормошҡа ашырыуҙа заманса технологияларға арналды.

Превентив функция иҫкәртеү, профилактика тип әйтергә мөмкин. Контроль-иҫәп палатаһы, аудиторҙар эшмәкәрлеге тураһында һүҙ барғанда был хоҡуҡ боҙоуҙарға, юридик конфликттарға юл ҡуймауҙы аңлата. Йәғни, белгестәр тикшереү, күҙәтеү, етешһеҙлектәрҙе асыҡлау менән генә түгел, алдан иҫкәртеү эшен дә алып барырға тейеш. Конференцияла ошо маҡсатта төрлө төбәктәрҙең эш тәжрибәһе өйрәнелә, уңышлы эш алымдары ҡарала. Төп маҡсат бюджет аҡсаһының һәр тинен һөҙөмтәле һәм маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу.

Конференцияла һанлы технологияларҙы әүҙем ҡулланыу, яһалма зиһенде үҙләштереү тураһында ла һүҙ бара. Был тәңгәлдә сарала ҡатнашыусыларға өлгө булараҡ Мәскәү белгестәренең тәжрибәһе тәҡдим ителде, уны ил субъекттарына таратыу талап ителә. Аудиторҙар әйтеүенсә, эш кимәлен камиллаштырыу өсөн ошондай аралашыуҙар, фекер алышыуҙар бик мөһим. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап үҫешеп булмай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ