Башҡортостанда яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам киңәйтелә

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары мәшғүллек үҙәге аша хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланған яңы һөнәр үҙләштерә ала. Республика программаһына ярашлы, 50 мең һумға тиклем мәғариф сертификаты алырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта быйылдан башлап һәләк булған яугирҙарҙың тол ҡатындары айырым квота буйынса юғары уҡыу йорттарына ҡабул ителә. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ике ай элек Өфөнән Гөлшат Дегтярёва республика мәшғүллек үҙәге аша В категорияһы буйынса водитель таныҡлығына уҡыуға яҙыла. Автомәктәпкә йөрөү үҙ һөҙөмтәһен бирә, теория буйынса имтихан уңышлы тапшырылған, хәҙер практик дәрестәрҙе үҙләштерергә кәрәк. Инструктор менән көн дә тиерлек сәғәт ярым Өфө урамдарын үтә. Һәр боролош, һәр юл билдәһе иғтибар талап итә, автомобилдә йөрөү яуаплылыҡты ла арттыра. «Тормош иптәшем махсус хәрби операцияла һәләк булыуға бәйле машинаға ултырырға тура килде,»- ти ҡатын.

Быйыл республикала мәғариф сертификаты буйынса яңы һөнәр үҙләштереүгә ярты меңгә яҡын кеше йүнәлтелгән, төп ярҙам махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына күрһәтелгән. Юриспруденция, персонал менән идара итеү, кадрҙар эше, психолог кеүек һөнәрҙәр айырыуса популяр булыуы билдәле. Һәләк булған яугирҙарҙың тол ҡатындарына ла иғтибар артты, Рәсәй вуздарында юғары белем алыуға айырым квота булдырылды.

Гөлшат Дегтяреваға килгәндә, ҡатын оҙаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә эшләгән, тормош иптәше алғы һыҙыҡҡа китеү менән ул ирекмәнлек һәм әүҙем йәмәғәт эшен башлай. Бөгөн ҡәйнәһенең дә төп ярҙамсыһы. Лидия Николаевна оло юғалтыу кисергәндән һуң «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелеүен билдәләй. Социаль координатор көн дә бәйләнештә булған, шулай уҡ республика психотерапия үҙәгендә дауалау курсы үтеүгә лә ярҙам күрһәтелгән.

Үҙәкте шифахана менән сағыштырырға мөмкин. Бассейн, тоҙ шахтаһы бар, юғары квалификациялы белгестәр эшләй. Мин унда бер ай дауаландым. Көн дә сәләмәтлек һуҡмағы буйлап йөрөп тә, күңел тыныслығы таптым.

Лидия Дегтярёва

Һәләк булған яугирҙарҙың тол ҡатындары, әсәләре берләшеп республика буйлап ойошторолған мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, шулай уҡ улар өсөн төрлө экскурсия, квестар ҙа уҙғарыла. Яҡын кешеләрен юғалтҡан гүзәл заттар «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалы социаль координаторҙары менән дә һәр ваҡыт бәйләнештә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та был аҙнала Салауатҡа эш сәфәре барышында хәрби бәрелештәр ветерандары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәгендә булып, һәләк булған яугирҙың әсәһе Светлана Баһауетдинова менән аралашты

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә хәстәрлек күрһәтеү-республика өсөн өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Илленән ашыу ярҙам сараһы тормошҡа ашырыла.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ