Ашҡаҙан-эсәк инфекцияһы менән ауырыусылар һаны уртаса кимәлдә ҡалыуы билдәләнә. Шулай ҙа республика клиник инфекцияһы дауаханаһы палаталары буш тормай. Емеш-еләктән, балыҡ итенән, йә йомортҡа ашап ағыуланыусылар етерлек. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Аталы-ҡыҙлы Әхмәтйәновтар республика клиник инфекция дауаханаһында етенсе көн. Учреждениеға улар ҡурылған йомортҡа ашағандан һуң эләгә. Температура күтәрелеү, өшөп ҡалтырау, уҡшыу, эс китеү һәм ауыртыу-төп билдәләрҙең береһе. Хәлһеҙлектән улар табипҡа мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә, сальмонеллез инфекцияһы диагнозы ҡуйыла.
Бөгөн атай менән ҡыҙ үҙҙәрен яҡшы тоя. Шулай ҙа улар дауахананан әле генә сығарылмаясаҡ. Әйткәндәй, республика клиник инфекция дауаханаһына ныҡлап бешеп етмәгән йомортҡанан тыш, ҡарбуз ашап инфекция эләктереүселәр ҙә етерлек. Белгестәр иртә өлгөргән емештең зарарлы булыуын онотмаҫҡа кәңәш итә.
Ябай, әммә мөһим ҡағиҙәләрҙең береһе. Йәйге осорҙа бигерәк тә. Паразиттар сей ит, балыҡтан да күсә. Шуға күрә ашар алдынан һәр ваҡыт ҡулдарҙы йыуыу һәм аҙыҡты термик эшкәртеү төп иҫкәртеү сараһы булып тора.
Азат Ғәлиуллин



