Бөгөн-Халыҡ-ара спорт журналистары көнө. Ошо уңайҙан Өфөлә тәүге тапҡыр Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары, профессиональ клубтарҙың матбуғат хеҙмәттәре, спорт федерациялары вәкилдәре форумы үтте. Осрашыуҙа коллегалар тәжрибә уртаҡлашты, эш стратегияһын барланы, тармаҡты борсоған проблемаларҙы тикшерҙе.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры-спорт министры Руслан Хәбибов, форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, спорт журналистарының илдең медиа көн тәртибен формалаштырыуҙа мөһим роль уйнауын билдәләне. Бөгөн республика Рәсәйҙең алдынғы спорт субъекттарының береһе. Һуңғы биш йылда төбәктә халыҡ-ара кимәлдәге бер нисә ҙур спорт объекты сафҡа инде. Уларҙа төрлө кимәлдәге ярыштар даими ойошторола. Тиҙҙән Башҡортостан Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын ҡабул итә. Форум һуңында Руслан Хәбибов республикала талантлы спорт журналистарының күп булыуын билдәләне һәм уларҙың бер төркөмөнә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.



