Тейешле ҡарарға республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.Мәшғүллек үҙәгендә теркәлгән льготалы категориялар исемлегенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары инде. Уларҙан тыш, хәрби хеҙмәттән бушатылған хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм уларҙың туғандары, инвалидтар, пенсия алды йәшендәге граждандар, ҡасаҡтар, күп балалы ата-әсәләр һәм башҡалар эшкә урынлашҡанда өҫтөнлөклө хоҡуҡ алды. Яңы тәртип халыҡтың аҙ яҡланған категориялары өсөн эшкә урынлашыуҙы еңеләйтеүгә йүнәлтелгән. Эш биреүселәр тәү сиратта социаль яҡтан яҡланмаған граждандарға тәҡдим ителәсәк эш төрҙәрен һәм вакансиялар һанын билдәләп, мәшғүллек үҙәктәре менән резервҡа алыу тураһында килешеү төҙөй ала.




