Өфө тәүгә Бөтә Рәсәй ГО-конгресын ҡабул итәсәк

Был илдә го уйынына арналған иң күләмле сара. Уйындың төп майҙаны Көрәш һарайында була. Унда илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән уйынсылар Команда чемпионаты һәм Рәсәй кубогының 8-се этпбында көс һынашасаҡ. Шулай уҡ төрлө кимәл спортсылар өсөн турнирҙар ҙа планлаштырылған. Сара ҡунаҡтарын экскурсиялар, викториналар, спорт әүҙелектәре һәм башҡа ваҡиғалар көтә. Бөтә Рәсәй ГТО-конгресы 12 июлдән 19-на тиклем үтә.

Ярышта профессиональ спортсылар ғына түгел, уйын ҡағиҙәләрен өйрәнгән, таҡтаға таштарҙы теҙә белгән һәм партияны тамамлай алған һәр кем ҡатнашып, миҙалдар, грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр алыу мөмкинлегенә эйә. Тренерҙар һәм судьялар ярҙамға киләсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ