Александр Алексеев йәнә «Салауат Юлаев» клубы өсөн уйнаясаҡ

26 йәшлек хоккейсы Өфө командаһы менән ике йылға контракт төҙөнө. Санкт-Петербургта тыуып үҫкән һаҡсының 5 йыл элек элек юлаевсылар составында сығыш яһауын көйәрмәндәр яҡшы хәтерләй. 2020/21-се йылдар миҙгелендә ул 64 осрашыу үткәрҙе һәм 17 мәрәй йыйҙы. Спорт карьераһының күпселек ваҡытын Төньяҡ Америкала үткәрҙе. Александр Овечкин уйнаған «Вашингтон Кэпиталз» клубы системаһында була. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Александр Алексеев ике йыл эсендә Өфөлә 100 миллион һумдан ашыу хеҙмәт хаҡы аласаҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ