Күсмә кәңәшмә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын социалләштереү мәсьәләләренә арналды. Ултырышты Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров асты. Уның билдәләүенсә, бөгөн махсус хәрби операция ветерандарын тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу бик мөһим. Был эшкә яугирҙарҙың яҡындарын һәм туғандарын да йәлеп итергә кәрәк. Был йәһәттән төбәктәр кимәлендә ҙур эштәр башҡарыла. Күп кенә проблемалар «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды тарафынан хәл ителә.
Бөгөн Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә күп кимәлле ярҙам системаһы төҙөлгән. Ул 99 сараны, шул иҫәптән 55 төбәк хеҙмәтен үҙ эсенә ала.
«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалында 130 социаль координатор эшләй. Социализацияға махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ҙур өлөш индерә. Уның вәкилдәре республиканың һәр муниципалитетында эшләй. Ватанды һаҡлаусыларға һөнәрҙәрҙе үҙләштереүҙә һәм үҙ эшен асыуҙа ярҙам итәләр, ветерандарҙы йәмәғәт тормошона һәм адаптив спортҡа йәлеп итәләр.



