Республика менән идара итеү үҙәгендә яғыулыҡ баҙарындағы хәлгә бәйле сираттағы брифинг үтте

Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Тимур Герасимов хәлдең тотороҡланыуын белдерҙе. Оператив штаб яғыулыҡты даими килтереүҙе тәьмин итеү өҫтөндә эшләй. Бензинға ҙур ихтыяж трассаларҙа күҙәтелә. Быны белгестәр алдағы ял көндәрендә халыҡтың ҡаланан ситкә сығыуыуына бәйле булыуы менән аңлата. Иглин һәм Ауырғазы райондарында ҡайһы бер яғыулыҡ-ҡойоу станцияларының ябыҡ тороуы, эшләгәндәрендә оҙон сират теҙелеүе күҙәтелә. Оператив штаб республика район хакимиәттәре башлыҡтары менән берлектә бензин һатыуҙағы сикләүҙәрҙе күҙәтеүҙә тота. Шулай уҡ яғыулыҡты канистрҙарға тултырыу тыйылған.

Килеп тыуған хәлде һәр кем аңлап ҡабул итер, тип ышанам. Ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ, шуны аңларға кәрәк. Яғыулыҡты канистрға һалыуҙан тыйылып торорға саҡырам. Ундай осраҡтар булған саҡта станция операторына хәбәр итеү һорала. Сөнки талапты үтәмәүселәр башҡаларҙы тотҡарлай.

Тимур Герасимов, Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары

Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илшат Әхмәтов әйтеүенсә, аграрийҙарҙа яғыулыҡҡа бәйле проблема теркәлмәгән. Улар өсөн бензин менән гарантиялы тәьмин итеүселәр билдәләнгән. Әлеге ваҡытта республикала йәмғеһе 3 предприятие иҫәпләнә. Нефть базаларынан тракторға яғыулыҡты бензовоз үҙе ташый. Миҙгел эштәрен башҡарыу өсөн яғыулыҡ етерлек кимәлдә тупланған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ