Унда республика Хөкүмәте, хоҡуҡ һаҡлау структуралары һәм төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы инспекторҙар ҡатнашты. Сара сиктәрендә хеҙмәт бурысын намыҫлы башҡарып, эштә ыңғай күрһәткестәргә ирешкән бер төркөм хеҙмәткәргә Рәсәй эске эштәр министрлығы наградалары, шул иҫәптән «Хеҙмәттәге ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы тапшырылды. Шулай уҡ юбилей датаһына бәйле ҡотлауҙар яңғыраны.
«Башҡортостан» дәүләт концерт залы биләмәһендә дәүләт автоинспекцияһы техникаһы һәм ретро автоомбилдәр күргәҙмәһе эшләне. Шулай уҡ тантаналы йыйылышта ҡатнашыусылар фойела юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙарына арналған күргәҙмә менән дә танышты, һәләтле уҡыусыларҙың ижади проекттары тәҡдим ителде. Байрам ҡунаҡтары билдәләүенсә, юлда тәртип булдырып, аварияларҙы кәметеү-эшмәкәрлектә тәүмаҡсаттарҙың береһе.



