Подрядсы ойошма инженер коммуникацияларын күсереүҙе күптән тамамлаған. Бөгөн улар буласаҡ юлдың нигеҙен нығыта. Алты саҡрым самаһы муниципаль-ара юл республика кимәлендәге әһәмиәтле объекттар исемлегенә ингән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Муниципаль-ара әһәмиәтле юл төҙөлөшө ойошҡан бара. Эшсе ҡулдар ҙа етерлек, техника ла яңы. Сеймал менән дә тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй. Өҫтәүенә, эштең ырауына көндәрҙең аяҙ тороуы ла булышлыҡ итә. Былар барыһы ла үҙенә күрә ҡатмарлы объектта эште еңеләйтә.
Ауырғазы районы үҙәге аша урау юл төҙөлөшө Талбазы ауылын ауыр йөк машиналарынан бушатыу менән бергә, Дәүләкәнгә барып етеү ваҡытын да күпкә ҡыҫҡартасаҡ.
Юлсыларға төҙөлөш барышында бер нисә урында газ һәм һыу үткәргестәрҙен үҙгәртеп ҡорорға тура килгән. Тимер-бетон һыу үткәргес торбалар биш участкала һалынған. Шулай уҡ юғары вольтлы бағаналар ҙа күсерелә. Яңы трасса талбазылар өсөн һәр яҡлап уңайлы.
Рулдәгеләр өсөн дә ҡулай. Сөнки Талбазы ауылы аша урау юл Дәүләкәнгә тура барып етеү мөмкинлеге бирә. Объект төҙөлөшөн 2027 йылда тамамлау планлаштырылһа ла, подрядсы ойошма эште ваҡытынан алдараҡ тамамларға ниәтләй.
Азат Ғәлиуллин



