Кисәге малайҙар-бөгөн һалдаттар. Яҙғы саҡырылыш аҙағына яҡынлаша. Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссариаттан быйыл 19 егет армия сафына оҙатылды.
Ҡораллы көстәр сафына быйыл ун туғыҙ егет гражданлыҡ бурысын үтәргә юлланды. Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фәнил Нәҙерғолов егеттәргә имен-аман хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләне һәм хәрби билеттар тапшырҙы.
Буласаҡ һалдаттар беренсе сиратта уҡыу частарында хәрби әҙерлек үтәсәк. Һәм теүәл бер йылдан тәжрибә туплап, тыуған яҡтарына ҡайтасаҡ.
Рүзилә Ғүмәрова



