Башҡортостан яңы юристар менән тулыланды

Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юридик факультеты студенттарына диплом тапшырыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан башлығы хакимиәте, парламент, Адвокаттар палатаһы, уҡыу йорто етәкселәре ҡатнашты.

Йәштәргә диплом тапшырыу тантанаһының тап Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда ойошторолоуы осраҡлы түгел. Сөнки был белгестәр артабан төбәк ҡануниәте һағында торасаҡ, закондар үтәлешен тәьмин итәсәк. Юридик факультетты бөтәһе 100-гә яҡын йәштәр тамамланы, улар араһында тәүге юғары белем алғандар ҙа, бер уҡыу йортон тамамлап, икенсегә килгәндәр ҙә бар. 11 кеше юғары дипломға лайыҡ булған. Юристар үҙ һөнәренең оҫтаһы булыуҙан тыш, яуаплы, ғәҙел, иғтибарлы кеше лә булырға тейеш, тине, парламент рәйесе вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов.

Йәш белгестәр әйтеүенсә, улар юридик белем алыу өсөн Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын юҡҡа ғына һайламаған. Тап ошо уҡыу йортон тамамлаған белгестәр әлеге көндә республика идара итеү системаһында уңышлы эшләй. Академияла көслө уҡытыусылар составы тупланған, улар төплө белем биреп кенә ҡалмай, һөнәри оҫталыҡ серҙәрен дә, тормош һабаҡтарын да төшөндөрә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ