Дипломдарға 1 мең 700-гә яҡын студент лайыҡ булды. Уларҙың 238-е юғары уҡыу йортон бишле билдәһе, шул иҫәптән сит илдәрҙең биш гражданы ҡыҙыл диплом менән тамамлаған. Сарала шулай уҡ ВУЗ колледжы студенттарына урта махсус белем тураһында таныҡлыҡ тапшырылды.
Йәш белгестәрҙең беренсе курсы пандемияның ҡатмарлы осоронда башлана, ә бөгөн уларҙың ҡайһы берҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин диплом алыусыларҙы тәбрикләп, табип һөнәре оло яуаплылыҡ һәм белемде даими камилаштырыу талап ителеүен билдәләне. Тантана барышында сараның төп геройҙары табип, провизор һәм медицина хеҙмәткәре антын уҡып ишеттерҙе. Хәҙер күп кенә йәш белгестәр маҡсатлы килешеүҙәр буйынса тәғәйен урындарға эшкә ебәреләсәк.



