Башҡортостанда опекундарға түләүҙәр артты

1 июлдән Башҡортостанда тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләргә, шулай уҡ етем балаларҙың опекундарына түләүҙәр күләме арттырылды. Республика законына төҙәтмәләргә төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Яңылыҡтар 6 меңгә яҡын опекунға һәм тәрбиәгә бала алған ата-әсәләргә ҡағыла.

Баҡалы районынан Бахрамовтар йорто балаларҙың шат-тауыштарынан тынмай. Һәр эште лә улар бергәләп башҡарырға күнеккән. Илзиҙә менән Радик, өйләнешкә, тә ишле ғаилә тураһында хыяллана. 5 йыл элек үҙҙәренең 6 балаһы янына тағы ла шунса ҡыҙ һәм малай ала. Бөгөн татыу ғаиләлә 12 бала тәрбиәләнә. Ата-әсә уларҙың һәр береһендә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй: кемдер хужалыҡта ярҙам итә, кемдер аш-һыу бүлмәһендә эшләй. Бахрамовтарҙың өлкән балалары үҙ ғаиләләрен ҡорған. Ҡалғандары колледждарҙа һәм мәктәптәрҙә уҡый.

Рәсәй Президенты указы менән Бахрамовтар күптән түгел «Ата-әсәлек даны» орденына лайыҡ булды. Әйткәндәй, республикала 9 меңгә яҡын етем бала йәшәй, уларҙың 95 процент самаһы ғаиләләргә урынлаштырылған. Тап улар өсөн 1 июлдән айлыҡ түләүҙәр күләме артты. Бынан ары опекундар йәки попечителдәр уртаса 11 мең, инвалид йәки һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала ҡараусылар 13 мең ярым һум аҡса аласаҡ.

Закон буйыса, 1 июлдән бындай ғаиләләр өсөн түләү 6,34 процентҡа артты. Уны рәсмиләштереү өсөн йәшәү урыны буйынса опека һәм попечителлек органдарына, күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә йәки ғаризаны дәүләт хеҙмәттәрендә ҡалдырырға мөмкин.

Вера Ульянова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ