Радий Хәбиров Дүртөйлөлә яңы объекттарҙы ҡараны

Башҡортостан «Профессионалитет» программаһына эләккән колледждар иҫәбе буйынса Рәсәйҙә алдынғы урынды биләй. Был турала Радий хәбиров бөгөн Дүртөйлө районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Республика етәксеһе төбәктә Дүртөйлө күп профилле колледжы эшмәкәрлеге менән танышты, боҙ аренаһын, Иванаев баҡсаһында төҙөлөш эштәрен ҡараны, «Ҡанатлы ат» ат спорты фестивалендә булды. Эш сәфәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Роботлаштырылған һөт һауыу системаһы, спутник навигацияһы, агродрондар, тренажерҙар, ауыл хужалығы техникаһы полигоны. Дүртөйлө күп профилле колледжын танырлыҡ та түгел, бында ауыл хужалығы тармағына кадрҙар әҙерләү өсөн инновация үҙәге асылған. Йәғни студенттар иң алдынғы предприятиеларҙа эшләрлек белем һәм тәжрибә алып сыға. Урта һөнәри белем биреү учреждениеһы «Профессионалитет» федераль проекты буйынса яңыртылған. Республикала был программаға 35 колледж ингән.

Дүртөйлө ҡалаһында иһә яңы боҙ аренаһы сафҡа индерелә. Объектҡа нигеҙ бер йыл элек һалынған, ул Республика етәксеһенең башланғысы менән Социаль маҡсатлы программалар фонды ярҙамында төҙөлә. Ике ҡатлы спорт комплексының дөйөм майҙаны 5 мең квадрат метрҙан ашыу, бында хоккей, фигуралы шыуыу менән шөғөлләнеп буласаҡ, спортсылар һәм тренерҙар өсөн уңайлы шарттар ҡаралған. Радий Хәбиров Башҡортостанда спортҡа даими иғтибар бирелеүен белдерҙе һәм ҙур бассейн төҙөү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

Дүртөйлөлә «Иванаев баҡсаһы. Киләсәк үҫентеләре» тигән йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү бара. Иванаев алма баҡсаһы Ағиҙел буйында урынлашҡан һәм ҡаланың йөҙөн билдәләгән майҙан булып тора. Әммә оҙаҡ йылдар ул ташландыҡ хәлдә була, әле иһә бында төҙөлөш ҡайнай. Баҡсаны реконструкциялау ике этапҡа бүленгән, бөтәһе 193 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Дүртөйлө ошо проект менән Рәсәй кимәлендәге конкурста еңеү яулаған.

«Ҡанатлы ат» фестивале Дүртөйлө районының йөҙөн билдәләгән бренд сараһы, ул дүртенсе тапҡыр ойошторола. Спорт ярышында быйыл республиканың, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән генә түгел, сит дәүләттәрҙән дә йөҙҙөн ашыу спортсы ҡатнаша. Быйыл фестиваль район һабантуйы менән бергә үтә.

Башҡортостан башлығы фестивалдә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп уларға уңыштар теләне. Дүртөйлө районының социаль-иҡтисади ҡаҙаныштарын билдәләп үтте, төбәктә илһөйәр, эшһөйәр халыҡ йәшәй, тине Радий Фәрит улы.

Ҡанатлы ат фестивале «Арғымаҡ» ат спорты базаһында ойошторолған. Программа бай-бында ат спортының төрлө төрҙәрен күрергә мөмкин, хатта пониҙа ярышты ла.

Фестивалдә Башҡортостан башлығы призына ярыштар ҙа ойошторолдо. Беренсе урынға Булат Голд ҡушаматлы атта Шишмә районынан Фидан Ғәйфуллин, икенсегә Дүртөйлөнән Вәлим Сәлимхәнов, өсөнсө урынға Ҡаҙағстан спортсыһы Ришат Мостафин лайыҡ булды.

Фестиваль спорт ярыштарына ла, милли уйындарға ла бай булды. Тырышып эшләгән, сәмләнеп донъя көткән, яңынан-яңы уңыштарға өлгәшкән дүртөйөлөләр күңелле итеп ял итә лә белә.

Р.Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ